ПАУТОВА Елена Осиповна
ПАУТОВА Елена Осиповна (22.1.1986, Сочи ҡ.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған (2012). 2001 й. алып БР‑ҙың Спорт әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.; тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындары чемпионы (2004, 2012), көмөш (2020) һәм бронза (2004; 2 тапҡыр, 2008) призёры. Донъя (2006, 2011, 2013, 2015) һәм Европа (2003, 2005, 2009, 2012, 2014, 2016) чемпионы, Донъя чемпионаттарының көмөш (2 тапҡыр, 2015) һәм бронза (2003, 2006, 2019) призёры, Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2003; 2 тапҡыр, 2009), Бөтә донъя һуҡырҙар уйындары еңеүсеһе (2 тапҡыр, 2003; 3 тапҡыр, 2007; 2 тапҡыр, 2015), Рәсәйҙең күп тапҡыр чемпионы. Йәштәр араһында донъя беренселектәрендә еңеүсе (2 тапҡыр, 2005). Күреү буйынса спортсы‑инвалидтар араһында 5000 һәм 1500 м йүгереү буйынса донъя рекордсыһы (2003—07). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001 й. башлап). Почёт (2012), Дуҫлыҡ (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев (2004) ордендары, 1‑се (2021) һәм 2‑се (2009) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2009) ордендарының миҙалы менән бүләкләнгән.
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина