Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВ Евгений Владимирович

Просмотров: 1045

ПЕТРОВ Евгений Владимирович (25.5.1978, Белово ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Себер физик культура академияһын тамамлаған (Омск ҡ., 2001). 1998—2011 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.; тренеры Р.Н.Латипов). Донъя (2 тапҡыр, 2000), Европа (2000) һәм Рәсәй (2000, 2002) чемпионы, Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе (2000—02), донъя чемпионатының бронза призёры (1999), профессионалдар араһында күп тапҡыр халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000, 2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998—2014). Почёт (2002), Халыҡтар дуҫлығы (2000) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022