ПЕШЕХОНОВ Александр Анатольевич
ПЕШЕХОНОВ Александр Анатольевич (13.3.1979, Мәләүез ҡ.), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2005). Мәләүез ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.А. Кулагин). Донъя кубогын яулаусы (2002), Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе (5 тапҡыр, 2002—03), Европа (2004) һәм Рәсәй (2001) чемп., донъя (2003) һәм Европа (2006) чемпионаттарының бронза призёры, олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре б‑са Бөтә донъя уйындарының еңеүсеһе (2005); Дөйөм зачётта Донъя кубоктарының көмөш (2003) һәм бронза (2001, 2004, 2006) призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1998). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001— 08). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина