ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович
1032
ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович (7.4.1940, Өфө — 5.1.2005, шунда уҡ), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация‑спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.П.Марюткин, В.А.Станкевич). Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са па‑ рашют м‑н һикереүҙә донъя рекордсыһы (7 тапҡыр, 1960—65). 1962—70 йй. БАССР йыйылма командаһының, 1983 й. — ДОСААФ-тың Башҡ‑н өлкә ком‑тының өлкән тренеры, 1986 й. — ӨМЭПБ авиация-техник спорт клубы начальнигы.
Тәрж. Н.М.Моратшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: