ПОМЫКАЛОВ Анатолий Сергеевич
ПОМЫКАЛОВ Анатолий Сергеевич (29.11.1959, Өфө), спортсы. Еңел ат 20 б. башы летика б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындарының 800 м йүгереүҙә көмөш (1988), 400 һәм 1500 м йүгереүҙә бронза призёры, донъя (1994) һәм Европа (1989, 1995) чемпионаттарының көмөш һәм бронза призёры, Инвалидтарҙың Бөтә донъя уйындары (4 тапҡыр, 1992) еңеүсеһе, күп тапҡыр СССР, БДБ һәм Рәсәй чемп. (1979—1995). Күреү б‑са спортсы‑инвалидтар араһында 400 м йүгереүҙә СССР рекордсыһы (1981). СССР (1979 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—95) йыйылма командалары ағзаһы.
Тәрж. М.Н.Моратшина