Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАТРАКОВ Александр Фёдорович

Просмотров: 921

ПАТРАКОВ Александр Фёдорович [3.7.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нөгөш а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 15.7.1943, Курск өлк. Степановка а.], сапёр, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Балаҡатай р‑нының “Пахарь” к‑зында, 1935 й. — Алағуз с‑зында, 1937 й. — Силәбе өлк. эшләй. 1932—35 йй. һәм 1941 й. июленән Ҡыҙыл Армияла. Дек. башлап Көнбайыш, Воронеж һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 17‑се гвардия корпусы 322‑се уҡсылар див. 603‑сө айырым сапёрҙар батальонының сапёрҙар взводы ком. кесе лейт. П. 1943 й. июлендә Степановка янында Сейм й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Нөгөштәге һәм Наҙы-Петровск ҡ. урамдарға П. исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019