ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич
ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич (24.12.1916, Петроград губернаһы Александровка ҡсб — 28.8.1967, Ленинград ҡ.), лётчик, генерал‑майор (1957). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияны тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1955). 1931—36 йй. Белорет металлургия заводында эшләй. 1939 й. алып Совет армияһында. 1943 й. башлап Брянск, 1‑се, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһының 1‑се гвардия авиация корпусы 3‑сө гвардия авиация дивизияһы 63‑сө гвардия авиация полкының эскадрилья командиры гвардия майоры П. 115 хәрби осошта 16 немец самолётын юҡ иткәне өсөн лайыҡ була. 1959 й. алып отставкала. Ленин (1945, 1951), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. март һәм сентябре, 1949), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948, 1953) ордендары менән бүләкләнгән. Белорет ҡ. урам П. исемен йөрөтә.
Әҙәб.: Б у л а т о в Г. От токаря до генерала //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.
Ғ.Һ.Булатов
Тәрж. М.Х.Хужин