Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСТЫГО Иван Иванович

Просмотров: 1376

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар составын камиллаштырыу осоу‑тактика курстарын (Липецк ҡ., 1947), К.Е.Ворошилов исемендәге СССР Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын (Мәскәү ҡ., 1957) тамамлаған. 1936 й. алып Совет армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ‑Көнбайыш, Брянск, Сталинград, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы, 3‑сө Белоруссия һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. 1947 й. башлап авиация дивизияһы командиры урынбаҫары, авиация дивизияһы командиры, авиация корпусы командиры, 1959 й. — Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң 23‑сө һауа армияһы командующийы, 1967 й. — СССР Хәрби‑һауа көстәре Баш командующийы урынбаҫары, 1977 й. — СССР Ҡораллы көстәренең Осоу хәүефһеҙлеге үҙәк инспекцияһы начальнигы, 1983 й. — СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә. Ленин (1955, 1978), Октябрь Революцияһы (1974), Ҡыҙыл Байраҡ (1942 й. авгусы һәм октябре, 1945, 1953, 1956, 1968, 1969), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1951), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1988), 4‑се дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” (2008), сит ил ордендары менән бүләкләнгән. П. исеме Архангел районы Архангел а. урамға бирелгән, шул уҡ райондың Валентиновка а. уға бюст (2017), ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Мәскәү ҡ. һәйкәл ҡуйылған.

Хеҙм.: На боевом курсе. М., 1989.

Әҙәб.: Командующие воздушными армиями. М., 2006.

 

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: