Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРГЕЕВ Дмитрий Степанович

Просмотров: 941

СЕРГЕЕВ Дмитрий Степанович [30.10.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Анненский ҡсб (БР‑ҙың Благовещен р‑ны) — 13.3.2003, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. окт. алып Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһының 29‑сы гвардия корпусы 74‑се гвардия уҡсылар див. 157‑се гвардия артиллерия полкының орудие ком. гвардия сержанты С. 1945 й. 2—20 февр. Познань ҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) БАССР‑ҙың Өфө р‑нында, Өфө ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан орд. (1944) м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023