ПТОЛЕМЕЙ Клавдий
ПТОЛЕМЕЙ Клавдий (яҡынса 90 й. — 168 й. тирәһе), боронғо грек ғалимы, астроном. Александрия ҡ. (Мысыр) йәшәгән. “13 китапта астрономияның бөйөк математик төҙөлөшө” (“Великое математическое построение астрономии в 13 книгах”; ғәрәпсә исеме “Альмагест”) хеҙмәте авторы. “География буйынса ҡулланма” (“Руководство по географии”; 8 китапта) хеҙмәтендә география фәне б‑са системаға һалынған мәғлүмәт бирелгән, сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәрҙең маршруттары мәғлүмәтенә нигеҙләнгән 8 мең пункттың координатаһы билдәләнгән. Трактатҡа Ер өҫтө һүрәтләнгән 26 махсус карта, ш. иҫ. Гиперборей (Урал) тауҙары, Ра (Волга), Даикс (Урал) йй. күрһәтелгән дөйөм карта, беркетелгән.
В.А.Иванов
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев