Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУГАЧЁВ Емельян Иванович

Просмотров: 1489

ПУГАЧЁВ Емельян Иванович [1740 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1742), Дон ғәскәре өлк. Зимовейская станицаһы — 10.1.1775, Мәскәү], Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) етәксеһе. Дон казагы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғыштарында ҡатнашыусы. Хорунжий (1770). Яйыҡ казактарының 1772 й. ихтилалы баҫтырылғандан һуң уларҙы Кубань аръяғына ҡасырға өгөтләй. Дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына, 1773 й. ғин. Ҡазан төрмәһенә ябыла һәм ғүмерлеккә һөргөнгә хөкөм ителә. Майҙа ҡасҡан, авг. Яйыҡ казак ғәскәре ауылдарында күренгән. 1772 й. ихтилалда ҡатнашыусы И.Н.Зарубин, Д.К. Караваев, М.Г.Шигаев һ.б. м‑н килешеп, мәрхүм император Пётр III исеменән казактарҙың (ҡара: Казак ҡатламы) яңы сығышын ойоштора. 27 сент. П. отряды (800‑гә яҡын кеше) бригадир Х.Х.Билов командаһын (400‑ҙән ашыу кеше) ҡыйрата һәм бер нисә ҡәлғәне баҫып ала. 5 окт. алып ярты йылға тиклем һуҙылған Ырымбур ҡ. ҡамауға етәкселек итә. Көньяҡ Урал һәм Волга буйын солғап алған ихтилалға етәкселек итеү өсөн Берда биҫтәһендә Йәшерен совет һәм Төп ғәскәргә идара иткән Хәрби коллегия ойоштора. Башында халыҡтың соц. мәнфәғәттәренә яуап биргән сәйәсәт алып барыусы ғәҙел батша торған казак‑крәҫтиән дәүләте ойоштороу өсөн сығыш яһаған. Крәҫтиәндәр, казактар, башҡорттар араһында таратылған указдары һәм манифестарында яңы “батша”ға тоғро хеҙмәт итергә саҡырған, крепостной хоҡуҡты бөтөрөүҙе һәм ерҙе халыҡҡа биреүҙе, дин азатлығы вәғәҙә иткән. 1774 й. 8 сент. Волга аръяғы далаларында фетнәселәр тарафынан ҡулға алына һәм властарға тапшырыла. Яйыҡ ҡаласығында, Сембер ҡ., нояб. алып Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. Язалап үлтерелә. П. башҡ. фольклоры әҫәрҙәре арналған. Һарытау өлк. ҡала, БР‑ҙа һәм РФ‑та урамдар һәм торама пункттар уның исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Б у г а н о в В.И. Пугачёв. М., 1984; О в ч и н н и к о в Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковедч. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2021