Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл

Просмотров: 639

ПОКРОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Покровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 694 кеше; 1920 — 879; 1939 — 814; 1959 — 573; 1989 — 661; 2002 — 457; 2010 — 455 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Өфө өйәҙен1977. БДХМ дә Покровский яңы ауылы булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Рыбное Озеро исеме м‑н билдәле булған. 1896 й. 115 йортта 684 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Тимерлек, ағас эше оҫтаханаһы, 1 шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1903 й. төҙөлгән), бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. статусын, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019