Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Иглин р-нындағы ауыл

Просмотров: 672

ПОКРОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Таутөмән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Таутөмән т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 697; 1939 — 608; 1959 — 326; 1989 — 166; 2002 — 164; 2010 — 143 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1872 й. Өфө өйәҙендә ер биләүсе Морозовтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһы күскенселәре яңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 71 йортта 443 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, ел тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019