Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

Просмотров: 675

ПОКРОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 44 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урын‑ лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 522; 1939 — 354; 1959 — 146; 1989 — 97; 2002 — 112; 2010 — 128 кеше. Ҡаҙаҡтар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1873 й. (купчий ҡағыҙы 1893 й. теркәлгән) Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Дәүләтҡол а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Тамбов һәм Һамар губерналары күскенселәре Покровский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 52 йортта 366 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) ғибәҙәтхана, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019