Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл

Просмотров: 663

ПОКРОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Покровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 145 кеше; 1920 — 307; 1939 — 287; 1959 — 138; 1989 — 173; 2002 — 186; 2010 — 195 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Д.Н.Дурасовтың (ҡара: Дурасовтар) 1861 й. Крәҫтиән реформаһынан һуң мещандар (ҡара: Мещанлыҡ) ҡатламына күсерелгән алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 40 йортта 241 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан; сиркәү, училище, һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 сиркәү (1844 й. һәм 1868 й. таштан төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019