Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл, Ҡуғанаҡ а/с ҡарай

Просмотров: 634

П О К Р О В К А , Ц е р к о в н ы й Ҡ у ғ а н а ҡ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Егәнтамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙлы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1523 кеше; 1920 — 1779; 1939 — 2629; 1959 — 1952; 1989 — 774; 2002 — 804; 2010 — 843 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Богоявленск заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Иҫке Церковный Ҡуғанаҡ, Кесе Ҡуғанаҡ исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 185 йортта 1088 кеше йәшәгән. Игенселек, йәшелсә үҫтереү, умарт‑ҡ, көршәк яһау, һарыҡ тиреһе эшкәртеү, кейеҙ баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр, з‑дта эшләгәндәр. Сиркәү (1775 й. төҙөлгән), 2 училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1894 й. яңынан төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, земство мәктәбе, 2 тимерлек, 1 шарап, 2 һыра һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Г.М.Мишенёв ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019