Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОДНИКИ, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 628

РОДНИКИ, Иглин р‑нындағы ауыл, Иван‑Казанка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 37 км алыҫлыҡта Мансаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 417; 1939 — 362; 1959 — 207; 1989 — 91; 2002 — 107; 2010 — 84 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә Охлебининдарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Воздвиженский исеме м‑н билдәле була. 1865 й. 24 йортта 160 кеше йәшәгән. Игенселек, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019