Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕКАРСКИЙҘАР

Просмотров: 984

ПЕКАРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Николай П., 16 б. аҙ. Речь Посполитаянан рус хеҙмәтенә килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Григорий Иванович П. Баяр балаларынан. 1646 й. Ҡазандан Өфөгә ҡалмыҡ эштәре б‑са ебәрелә. 1652 й. уның поместье оклады 300 сирек ер тәшкил итә, Шаҡша й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында 60 сирек ер биләй. Уның улы — Семён Григорьевич П., 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1667 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1680 й. 400 сирек поместье оклады, Бобровое күле буйында 20 сирек һөрөнтө ере була. 1682 й. Бөрө воеводаһы, Өфө өйәҙенең Ҡаракүл а. батша һарайы приказчигы (Удмурт Респ. Ҡаракүл р‑ны). 1692 й. Өфө сит ил хеҙмәтле кешеләре ротмистры. Уның улы — Николай Семёнович П., капитан. 1723 й. лейб‑гвардия Семёновск полкында, 1738 й. Өфө һалдат полкында хеҙмәт итә. Өфө й. буйында 10 сирек ере була. Уның улдары: Сергей Николаевич П., поручик. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда һәләк була; Николай Николаевич П. (1731—?), подполковник. 1762 й. Түб. Новгород пехота полкында хеҙмәт итә. 1769—71 йй. Өфө өйәҙе дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ) башлығы. 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Өфөнө обороналауҙы ойоштороусыларҙың береһе. Өфө өйәҙендә 21 ир‑атҡа хужа була. Уның улдары: Михаил Николаевич П. (1756 — яҡынса 1825), полковник. Ырымбур гарнизонында хеҙмәт итә. 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы т‑да һуңыраҡ В.И.Даль баҫтырып сығарған хәтирәләр яҙған; Пётр Николаевич П. (17.12.1764 — 22.9.1853), майор. Типтәр полкы командиры. 1812—23 йй. Ырымбур губ. дворяндары, 1864 й. Өфө өйәҙенең дворяндар йыйылышы етәксеһе. Уның улы П.П.Пекарский. П. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са нәҫел вәкилдәренә 1101 дисәтинә ер һәм Пекарское а. (ҡара: Базилевка) ҡараған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019