Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОКРОВКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 874

ПОКРОВКА ЗАВОДЫ, 1754 й. Нуғай даруғаһының Һыуын‑Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында Г.И.Глазов һәм граф П.И.Шувалов (ҡара: Шуваловтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Глазов һәм Шувалов, 1758 й. алып Шувалов, 1768 й. 5 июленән — Ф.И.Журавлёв, 1768 й. 11 июленән — И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар). 1757 й. эшләй башлай. 7 баҡыр иретеү мейесе, 2 горны, 240 руднигы була. 1762 й. заводта 580 ирекле ялланған эшсе иҫәпләнгән. Бөтәһе заводта 44,4 мең бот саф баҡыр иретелә. Башҡорт ихтилалы (175556) ваҡытында завод емерелә, һуңыраҡ тергеҙелә, Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда яндырыла.

Әҙәб.: П а в л е н к о Н.И. История метал‑ лургии в России XVIII века. Заводы и заводо‑ владельцы. М., 1962.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019