Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОЖДЕСТВЕНСК ЗАВОДТАРЫ

Просмотров: 967

РОЖДЕСТВЕНСК ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Ножовка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында Демидовтар тарафынан Рәүҙе заводына ярҙамсы итеп, Түб., Үрге һәм Урта тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Түб. Р.з. 1740 й. — А.Н.Демидов, Үргеһен — 1800 й. П.Г.Демидов төҙөй, Урта Р.з. 1810 й. һалына. Хужалары: А.Н.Демидов, 1745 й. алып Демидовтар (1805— 20 йй. Түб. һәм Үрге Р.з. хужаһы А.В.Зеленцов), 1873 й. — Г.М.Пермикин. Рождественск тау округына ингәндәр. Заводтарҙың 56,5 мең дисәтинә ере булған. Түб. заводта 12 крица горны, 4 сүкеш иҫәпләнгән. 794 крепостной крәҫтиән эшләгән. 18 б. уртаһында йылына уртаса 23 мең бот тимер етештерелгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алынып, уларға 100 кеше ҡушылған; заводта үҙидара ойошторолған. 1876 й. Р.з. ябыла.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019