Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺИРГЕ ЗАВОДТАРЫ,

Просмотров: 780

ҺИРГЕ ЗАВОДТАРЫ, 1740 й. Ҡазан губернаһы Көңгөр провинцияһының Терһәк һәм Өпәй улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Һирге й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан Үрге һәм Түб. суйын иретеү һәм тимер етештереү зды булараҡ төҙөлә. Хужалары: Демидовтар, 1789 й. алып Губиндар, 1881 й. башлап Һирге‑Өпәле тау заводтары ширҡәте; 1917 й. национализациялана. Һирге тау округына ингән. Үрге завод 1743 й., Түб. завод 1744 й. эшләй башлай. Үрге заводта домна мейесе, 8 сүкеш һәм 16 крица горны, 1906 й. — домна һәм мартен мейесе, уртаса сорт, ҡыҫыу һәм сым яһау стандары,пармашиналары, 15 һуҙыу һәм 16 ҡаҙау станоктары, Түб. заводта — 2 домна мейесе, 10 йәйеү сүкеше, 12 крица горны, эзбизташ һәм мәғдән ваҡлау сүкеше, 1906 й. — 2 домна һәм 3 мартен мейесе, прокатлау һәм эре сорт стандары, пар машиналары, 25 станоклы механика оҫтаханаһы була. 18 б. зд 59 рудникҡа, 488,6 меңгә яҡын дисәтинә ергә хужа була. 1797 й. Һ.з. 4 меңдән ашыу заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. 1783—96 йй. Үрге заводта етештереүсәнлек — йылына 49,8 мең, Түб. заводта 185 мең бот тәшкил итә. 1800 й. Үрге Һ.з. 70,4 мең бот суйын һәм 53,6 мең бот тимер, Түб. Һ.з. ярашлы рәүештә — 152,6 мең бот һәм 78,7 мең бот; 1917 й. Үрге заводта 488,8 мең бот суйын, 418,2 мең бот тимер һәм 548,9 мең бот ҡорос иретелә, Түб. заводта ярашлы рәүеш­тә — 513,6 мең, 607 мең һәм 545 мең бот. 1840 йй. з‑дтарҙа крица горндары контуаз горндарына алмаштырыла, Үрге Һ.з. пудлингылау индерелә. Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң з‑дтар сәнскеле тимерсыбыҡтар, һалдат каскалары, броня ҡалҡандар, сапёр көрәктәре, поход кух­нялары сығара. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) Һ.з. талана, 1774 й. окт. яңынан эшләй башлай. 1799 й. Түб. з‑д яндырыла, 19 б. башында тергеҙелә. 1861 й. з‑дтарҙа сыуалыштар була, эшселәр хеҙмәткә түләүҙе ҡаҙна заводтары штатына күсереүҙе талап итә, йөкләмәләрҙе үтәүҙән һәм һалым түләүҙән баш тарта. Үрге Һ.з. базаһында “Уралбурмаш” ААЙ, Түб. Һ.з. — “Түбәнге Һирге металлургия заводы” ЯАЙ ойошторола. Хәҙ. завод торамалары урынында Свердловск өлкәһе Түб. Һирге р‑нының Түб. Һирге ҡ. һәм Үрге Һирге ҡасабаһы урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2023