Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы

Просмотров: 1201

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы [16.6.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле районы) — 23.6.1998, Өфө ҡ.], философ. БР ФА академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Свердловск педагогия институтын тамамлаған (1950). 1953 й. алып СССР ФА‑ның Урал филиалында (Свердловск ҡ.), 1956 й. — Силәбе политехник институтында, 1962 й. — Новосибирск университетында, 1966 й. — Ставрополь ауыл хужалығы институтында, 1969 й. — БДУ‑ла (1978—90 йй. философия кафедраһы мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге социализмдың ҡапма‑ҡаршылыҡтарын, совет йәмғиәте үҫешенең объектив һәм субъектив факторҙарын өйрәнеүгә, кешелектең уртаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн нигеҙләүгә арналған. Рәсәй философия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (1981 й. алып). Өфө ҡ. С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2003 й. башлап Өфө ҡ. Садиҡов уҡыуҙары үткәрелә.

  Х е ҙ м.: Коммунистическая нравственность. Новосибирск, 1963; Единство народа и противоречия социализма. Ставрополь, 1968; Особенность советской цивилизации. Уфа, 1998.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2024
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: