Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫУ БҮЛЕНЕШЕ

Просмотров: 1159

ЫРЫУ БҮЛЕНЕШЕ (аймаҡ, ара, быуын, нәҫел), башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә структураһындағы берәмектәрҙең береһе (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо), дөйөм сығышы (бер ата балалары, бер зат) уртаҡ булған туғандаш ғаиләләр төркөмө. Ы.б. 5—30 ғаилә ингән; туғандаш Ы.б. йыйылмаһы ырыуҙы тәшкил иткән. Ы.б. хужалыҡ функцияһының дөйөмлөгө, ырыуҙың аҫаба ерҙәре сиктәрендә урынлашҡан һунар, солоҡсолоҡ һәм балыҡ тотоу (ҡара: Балыҡсылыҡ) урындарына, көтөүлектәргә уртаҡ хужа булыу; йәйләүҙә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) һәм ҡышлауҙа, ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң бер ауыл йәки урам сиктәрендә тупланып урынлашыу хас булған. Ырыуҙар составында Ы.б. иҫәбе даими үҙгәргән: халыҡ һәм ғаиләләр күбәйеү м‑н Ы.б. туғандаш ғаиләләр берләшкән йәки айырымланған, һөҙөмтәлә яңы Ы.б. барлыҡҡа килгән һәм улар биләгән ерҙәр үҙ аллы аҫаба ерҙәргә бүленеп сыҡҡан. Шулай уҡ Ы.б. составына башҡа ырыуҙарҙан айырылып сыҡҡан йәки башҡа күрше халыҡтар (ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, нуғайҙар һ.б.) ҡатнашлығында барлыҡҡа килгән ырыу ҡушыла алған. Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш райондарында игенселек үҫешкәндән һуң, Ы.б. яйлап тарҡалған, хужалыҡты башлыса ғаиләләр алып барған, һыйырсылыҡҡа нигеҙләнгән көньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа 19 б. аҙ. тиклем һаҡланған. Ырыуҙың дөйөм тамғаһы Ы.б. төп билдәһе булған, атай яғынан туғанлыҡ шәжәрәлә раҫланған. Атаманың килеп сығышы (ҡара: Этнонимика) Ы.б. нигеҙ һалыусының исеме: ишморат (дыуан ҡәбиләһенең аҡбай ырыуы), байназар (ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡыпсаҡ ырыуы); Ы.б. формалаштырыуҙа ҡатнашҡан башҡа халыҡтарҙың этнонимдары: төрөкмән (бөрйән ҡәбиләһенең байыулы‑бөрйән ырыуы), ҡырғыҙ (әйле ҡәбиләһенең әй ырыуы); тотем ҡоштарҙың һәм хайуандарҙың атамаһы (ҡара: Тотемизм): айыу (үҫәргән ҡәбиләһенең айыу ырыуы), ҡарға (юрматы ҡәбиләһенең юрматы ырыуы) һ.б. м‑н бәйле булыуы ихтимал. Соц. һәм иҡт. мәсьәләләр йола хоҡуғы нормалары нигеҙендә аҡһаҡалдар ҡоро тарафынан көйләнгән. Ы.б., ҡағиҙә булараҡ, экзогамия хас булған. Йәмәғәт тормошонда үҙ‑ара ярҙам итеү традициялары (ҡара: Өмә) ҙур урын ал­ған: Ы.б. ағзалары туй һәм ерләүҙәр (ҡара: Ерләү йолалары) ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан, бергә байрам иткән, төрлө йолалар үткәргән.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023