ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич
ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич (20.8.1909, С.‑Петербург — 19.9.1960, шунда уҡ), балет артисы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1947). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1928; педагогы В.И.Пономарёв) 1950 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1960 й. тиклем Ленинград хореография уч‑щеһында (1934 й. милли бүлектең башҡ. төркөмөнә һайлап алыу һәм ҡабул итеү комиссияһы ағзаһы) уҡыта. Төп партиялары: Армен (“Гаянэ”, А.И.Хачатурян), Үҫмер (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В. Асафьев), Сауҙагәр (“Корсар”, А.Адан) һ.б. “Классик бейеү мәктәбе” (“Школа классического танца”; 1968) уҡыу әсбабы авторы. Уҡыусылары араһында Н.М.Айыуханов, Ю.Н.Григорович, Ф.С.Йосопов.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова