ПЯРИ Виктор Хансович
ПЯРИ Виктор Хансович (13.1.1919, Владимир губ. Гусь‑Хрустальный ҡсб — ?), балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). 1938—41 йй. Һарытау театр уч‑щеһында уҡыған. ГИТИС‑ты тамамлаған (1951; педагогы Р.В.Захаров). 1942 й. алып К.С.Станиславский һәм Вл.И.Немирович‑Данченко ис. Мәскәү муз. театр солисы, 1951 й. — БДОБТ (Өфө), 1955—67 йй. Эстон ССР‑ының Опера һәм балет театры (Таллин), 1970—80 йй. Тажик опера һәм балет театры (Дүшәнбе) балетмейстеры. П. ижады м‑н башҡ. балетының хореографик классика традицияларында үҫеше, Опера һәм балет театры репертуарының байыуы бәйле. БДОБТ‑ла А.А. Крейндың “Лауренсия” (1951), Ч.Пуньиҙың “Эсмеральда”, Л.Ф.Минкустың “Дон Кихот” (икеһе лә — 1954), А.К.Глазуновтың “Раймонда” (1958), А.Адандың “Жизель” (1960) һ.б. спектаклдәрен; А.П.Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”), Дж.Вердиҙың “Аида” һ.б. операларында бейеүҙәр ҡуйған.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова