Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТТАРОВ Рифғәт Миҙехәт улы

Просмотров: 1063

САТТАРОВ Рифғәт Миҙехәт улы (19.8.1949, Гремячинск ҡ. — 25.11.2021, Өфө ҡ., Өфө районы Лекаревка а. ерләнгән), бейеүсе, балетмейстер. РФ‑тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1977). 1974—80 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1981 й. алып С.Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле, 1982 й. — ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы исемендәге Өфө синтетик спирт заводы мәҙәниәт һарайының “Дуҫлыҡ” ансамбле етәксеһе, 1988 й. башлап (өҙөклөктәр менән) Башҡ. филармонияһы балетмейстеры, 1994 й. алып Ҡарман ДРЭС‑ының “Энергетик” мәҙәниәт һарайындағы “Сәфәр” бейеү ансамбленең художество етәксеһе, 1998—2009 йй. Нефтекама филармонияһының баш балетмейстеры. С. бейеүе техник камиллыҡ һәм тәьҫирле булыуы менән айырылып тора. “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Өс туған”, “Төньяҡ амурҙары”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. “Шаян килен”, “Сыуаш бейеүе” (“Чувашский танец”), “Порт-Артур”, “Туры ат”, “Өс татар”, “Ирландия ритмдары” (“Ритмы Ирландии”) һ.б. бейеүҙәр ҡуя. СССР һәм сит илдәр (Германия, Испания, Италия, Польша, Чехословакия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй яңғыҙ халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар һәм балетмейстерҙар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар конкурстары лауреаты (Һамар ҡ., 1990, 1993).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.08.2022