Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИМФОНИК БЕЙЕҮ

Просмотров: 928

СИМФОНИК БЕЙЕҮ, хореография сәнғәтендә сәхнә бейеүе төрө. Симфоник музыка м‑н оҡшашлығы бар, был лирик‑драматик йөкмәткенең ижади дөйөмләштерелеүендә, полифоник структурала, темаларҙың эшкәртелеүендә һәм форма композицияһының үҫешендә асыҡ күренә. Балетта С.б. ваҡиғаларҙың хореографик образын барлыҡҡа килтерергә мөмкинлек бирә һәм күмәк күренештәрҙә, ш. уҡ яңғыҙ эпизодтарҙа ла ҡулланылырға мөмкин (бейеү һығылмалы мотивтарҙың тематик эшкәртеү нигеҙенә ҡоролған). Опера һәм балет театры постановкаларында киң файҙаланыла. Тәүге тапҡыр башҡ. сәхнәһендә С.б. “Сыңрау торна” балетында күрһәтелә, унда муз. драматургияның иң мөһим моменттарында (солистар м‑н торналар, туй йолалары күренештәре, финалдағы адажио; балетм. Н.А.Анисимова) ҡулланыла. С.б. үҫешендә Н.Ғ.Сабитов ижады ҙур роль уйнай. Уның балеттарында образдарҙың муз. характеристикаһы бейеү күренештәренең көсәйеү һәм һүрелеү динамикаһы аша бирелә: “Тау бөркөтө” (балетм. К.Д.Карпинская), “Гөлнәзирә” (янғын күренеше, төрмәләге адажио; балетм. С.В.Дречин), “Яратам һине, тормош” (сауҡалыҡтағы адажио, ҡайындар кордебалеты; балетм. Л.Е.Бородулин), “Айгөл иле” (Зөлхәбирәнең әхирәттәре м‑н осрашыуы; балетм. И.Х.Хәбиров) һәм башҡалар. С.б. Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1‑се акт адажиоһы, геройҙарҙы мәсхәрәләүсе халыҡтың йөрөшө, Ғәлимә м‑н Закирҙың монологтары; балетм. Х.Ф.Мостаев), Л.З.Исмәғилеваның “Арҡайым” (“Аркаим”; ҡыуып барыу, алыш күренештәре һ.б.; балетм. А.Петров) балеттарының төп күренештәрендә ҡулланыла.

Әҙәб.: Г а л и н а Г.С. Башкирский балет. Уфа, 2002.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: