Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы

Просмотров: 855

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы (14.7.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байғусҡар а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны, — 21.8.1970, шунда уҡ), өзләү оҫтаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Хәйбулла р‑нында: а.х. артелендә, 1931—62 йй. М.И.Калинин ис. к‑зда (1941 й. тиклем бригадир); 1945—53 йй. Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй. С. башҡарыу сәнғәтенә үҙенсәлек, импровизациялау һәм аңлатыу тәрәнлеге хас була. Репертуарында “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Зарифа”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Мөғлифә”, “Перовский”, “Порт-Артур”, “Урал” башҡорт халыҡ йырҙары; “Циолковский” (ҡара: “Аҡмәсет”) инструменталь көйө һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы лауреаты (1955).

  Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019