Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОППЕ Николай Николаевич (Николас)

Просмотров: 789

ПОППЕ Николай Николаевич (Николас) (27.7.1897, Яньтай ҡ., Ҡытай – 8.8.1991, Сиэтл ҡ., АҠШ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1932), проф. (1928). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Петроград ун‑тын тамамлағандан һуң (1921) 1941 й. тиклем шунда уҡ, бер үк ваҡытта СССР ФА‑ның Шәрҡиәт ин‑тында (Ленинград) эшләй: 1931 й. алып монгол телдәре кабинеты мөдире. 1943 й. башлап Германияла, 1949 й. — АҠШ‑та йәшәй: 1968 й. тиклем Вашингтон штаты ун‑тында (Сиэтл) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге монгол телдәрен, төрки телдәрҙе, тунгус‑манжур телдәрен сағыштырматарихи өйрәнеүгә; монгол яҙма ҡомартҡыларының һәм фольклор текстарының телен анализлауға; монгол халыҡтарының мәҙәниәтенә арналған. “Алтай тел ғилеменә инеш” (“Введение в алтайское языкознание”, 1965; инглиз телендә) китабында һ.б. байтаҡ хеҙмәттәрендә алтай телдәренең генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотезаны үҫтерә, алтайға тиклемге фонологик системаны реконструкциялай. Бүрәт, монгол телдәре, татар теле б‑са дәреслектәр, ш. уҡ “Башҡорт теле дәреслеге” (“Учебник башкирского языка”, 1964; инглиз телендә) авторы, унда башҡорт теленең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөнә дескриптив лингвистика позицияларынан ентекле тасуирлама бирелгән, ҡушымта сифатында башҡ. текстары (тарихи һәм әҙәбиәт ғилеме б‑са хеҙмәт фрагменттары) һәм башҡ.‑инглизсә һүҙлек (яҡынса 2 мең берәмек) бирелгән. 240‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Vergleichende Grammatik der Altaischen Sprachen. Teil I. Lautlehre. Wiesbaden, 1960.

Әҙәб.: А л п а т о в В.М. Лингвистическое наследие Н.Поппе //Вопросы языкознания. 1992. №3.

Ш.В.Нафиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019