Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1342

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ, 1998 й. БДПИ‑ның (1990 й. нигеҙләнгән) һәм БДУ‑ның (1993) Сибай филиалдарын берләштереү һөҙөмтәһендә асыла, 2009 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑ты (филиалы). Ин‑т (филиал) составында 5 ф‑т (тәбиғәт-математик, пед., технологик, иҡт., юридик) бар. Ғилми бүлеге, 3 китапханаһы, комплекслы музейы, редакция-нәшриәт үҙәге, типографияһы, спорт комлексы, 3 спорт залы, ял базаһы, студенттарҙың “Төйәләҫ” ғилми-эксперименталь үҙәге һәм профилактика- һауыҡтырыу комплексы һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп уҡыу һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 16 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 13 фән докторы һәм 98 фән кандидаты (2015). 7 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Ин‑т (филиал) БР, Мәскәү, С.‑Петербург, ш. уҡ Австрия, Германия, Ҡаҙағстан вуздары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ин‑тта (филиалда) йыл һайын 80‑дән ашыу монография, уҡыу әсбабы, вуз-ара йыйынтыҡ сығарыла; “Вестник Сибайского института БГУ” (“БДУ‑ның Сибай институты хәбәрҙәре”) фәнни ж., “От сессии до сессии” (“Сессиянан сессияға тиклем”) һәм “Юлдаш” гәз. нәшер ителә. Дир. — З.Ғ.Йәрмөхәмәтов (1999 й. алып). Ин‑т (филиал) ихатаһында Хәтер аллеяһы бар, унда Ш.Бабичҡа, З.А.Биишеваға, М.А.Буранғоловҡа, Р.Й.Ғариповҡа, Һ.Л.Дәүләтшинаға, Ш.У.Сибаевҡа бюстар ҡуйылған. Төп корпус бинаһына Аҡмуллаға, Ә.Ә.Вәлидовҡа, Исмәғил Тасимовҡа, Х.М.Йосоповҡа, Кинйә Арыҫлановҡа, М.Л.Мортазинға, М.И.Өмөтбаевҡа, З.Х.Рәсүлевкә, Х.Ф.Әхмәтовҡа — барельефтар, фойела 28 башҡорт полкының Ватан һуғышы 1812 ҡатнашыуына арналған монументаль‑декоратив композиция урынлаштырылған. Уҡыу корпусы бинаһына Ғ.Ш.Илешевкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2012).

З.Ғ.Йәрмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: