Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕГАНОВ Николай Леонидович

Просмотров: 816

ПЕГАНОВ Николай Леонидович (30.12.1948, Мәскәү — 30.6.2006, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағ‑ заһы (1980). 1968—70 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыған (педагогтары Р.М. Нурмөхәмәтов, Э.М.Сәйетов). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; педагогы В.Г.Цыплаков) 1999 й. тиклем ӨДСИ‑лә уҡыта.

П. ижады 20 б. башындағы авангард сәнғәтенә йүнәлтелгән. 80‑се йй. пейзаждар (“Бәләкәй Осоргин”, “Эҫем йылғаһында”, “Дим буйында кис”) һәм натюрморттар (“Олатайым әйберҙәре”, “Алмағас менән интерьер”) ижад итә. 80‑се йй. аҙағынан башлыса тарихи фәлс. темаларға мөрәжәғәт итә, тормош асылы т‑да уйлана (“Провинция ҡалалары. Бөтәһе лә тере ине әле” полиптихы, “Һуғышҡа тиклемге йәй”, “Отличник”), яңыраҡ үткән ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтыра (“Пароход”; бөтәһе лә — 1990 йй.). “Вифлеем йондоҙо” (1996) төркөм портретында үҙен рухына яҡын рәссамдар (Н.А.Калинушкин, М.А.Назаров м‑н) араһында һүрәтләй. Рәсәй императоры Николай II тормошондағы һуңғы осорға арналған “Элекке ил” (1999) картинаһында тарихтың һынылыш ваҡыты т‑дағы борсоулы уйланыуҙар сағыла. Уҡыусылары араһында Р.А.Вәлиуллин, Й.Ә.Сөләймәнов. 1971 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1983, 1993, 1998, 1999, 2009), Мәскәү (1994). Эштәре БДХМ коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019