Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕГОВ Виктор Николаевич

Просмотров: 1481

ПЕГОВ Виктор Николаевич (6.11.1938, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Урыҫ‑Юрмаш а. — 22.10.2018, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), рәссам. РФ‑тың (2011) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Ҡазан художество уч‑щеһын (1962), Сыуаш пед. ин‑тын (Чебоксар, 1980) тамамлаған. 1962—2016 йй. Өфө сәнғәт мәктәбендә уҡыта.

П. рәсем сәнғәтенә охра, йәшел, зәңгәр тондарҙы органик берләштергән көмөш төҫлө гамма хас. Ижадындағы төп темаларҙың береһе — ауыл тормошо — “Арыш”, “Эңер төшә” пейзаждарында, “Бал” натюрмортында, “Умартасы” (бөтәһе лә – 1970), “Йәш килен” (1976) портреттарында кәүҙәләндерелә. “Уҡыуҙы тамамлаусы ҡыҙ” (1969), “Йәй” (1983), “Лилиә” (1987) эштәрендә геройҙарының ихлас холҡон, маҡсатҡа ынтылышын һәм әхлаҡи сафлығын аса; “Хәүефле ҡырҡ беренсе” (1983), “Әсә” (1985) картиналарында — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кешеләрҙең яҙмышы. Тарихи жанр (“В.И.Ленин һәм Н.К.Крупская Өфөлә”, 1978 һ.б.), йыйнаҡ (“Кактус менән натюрморт”, 1972) йәки донъяның төрлө байлыҡтарын сағылдырған (“Август”, 2000; “Көҙ”, 2007) натюрморттар авторы. 1963 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1974, 1978, 1985, 1989, 1998, 2001, 2003—04, 2006, 2009, 2013). Эштәре БДХМ, Милли музей, Милиция музейы, Ленин В.И. йорт-музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Виктор Пегов. Живопись. Графика: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1989.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: