Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИКУНОВА Габриэль Раймондовна

Просмотров: 722

ПИКУНОВА Габриэль Раймондовна (14.2.1927, Житомир ҡ.), сәнғәт белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1957), Рәссамдар союзы (1966) ағзаһы. Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1953 й. тиклем Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 1952—70 йй. (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла уҡыта, 1956—58 йй. һәм 1981—82 йй. БАССР Мәҙәниәт министрлығы инспекторы, 1959 й. алып БАССР МС‑ы эргәһендәге Матбуғатта хәрби һәм дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы цензоры, 1962—81 йй. БДХМ дир., 1991—92 йй. Рәсәй Рәссамдар союзы Башҡ‑н бүлексәһенең күргәҙмәләр б‑са консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың һынлы сәнғәтен өйрәнеүгә бәйле (ҡара: Сәнғәт ғилеме). 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. респ. рәссамдары т‑да тәүге китаптар: “Ғәлиә Имашева” (“Галия Имашева”; 1968), “Борис Домашниковтың шиғри донъяһы” (“Поэтический мир Бориса Домашникова”; 1975), “Мөхәмәт Арыҫланов” (“Мухамед Арсланов”; 1978); башҡ. һынлы сәнғәте күргәҙмәләренә (1960— 70 йй.), Ҡ.С.Дәүләткилдеев (1968), А.Э.Тюлькин (1970, авторҙ.), А.А.Кузнецов (1973), Р.М.Нурмөхәмәтов (1975) һ.б. шәхси күргәҙмәләренә каталогтар авторы.

Х е ҙ м.: Башкирская АССР //Изобразительное искусство автономных республик РСФСР. Л., 1973; Урал социалистический //Художник и дыхание современности. Л., 1975.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019