Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАКАТ

Просмотров: 1117

ПЛАКАТ (нем. Plakat), графика төрө; агитация, реклама, мәғлүмәт биреү йәки белем биреү маҡсатында алыҫтан күҙгә ташланып торорлоҡ итеп эшләнгән йыйнаҡ текслы һынлы сәнғәт әҫәре. П. һүрәтләү метафоралары, символдар ҡулланыла; шрифт, текстың нисек урынлашыуы, төҫтәрҙең хәл ителеше ҙур роль уйнай. Төҫ декоратив һәм эмоциональ мәғәнәгә эйә. П., башлыса, полиграфик ысул м‑н башҡарыла. Революцияға (1917) тиклем Башҡортостанда шрифлы афишалар рәүешендәге реклама П. үҫеш ала. Граждандар һуғышы йылдарында респ. буйлап таратылған, тиражы трафарет ярҙамында арттырылған сәйәси П. — “РОСТ тәҙрәһе” (“Окна РОСТА”) барлыҡҡа килә. 20‑се йй. башында ш. уҡ Башҡ. рабисы (сәнғәт хеҙм‑рҙәре профсоюзы) рәссамдарының П., афишалары, вывескалары, лозунгылары сығарыла. П. үҫешенә Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы күргәҙмәләре булышлыҡ итә. 1926 й. Өфөлә РРРА күргәҙмәһендә С.И.Никандровтың “Ҡыҙыл Башҡортостандың 2000‑се һаны” (“2000 № Красной Башкирии”) П. күрһәтелә. 1927 й. Окт. рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетарий музейында (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы) Окт. рев‑цияһының 10 йыллығына арналған 1‑се респ. П. күргәҙмәһе үткәрелә, унда граждандар һуғышына, капитализм ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшкә, респ. мәҙәни тормошона һ.б. арналған 210 П. күрһәтелә. Артабанғы йылдарҙа П. әҫәрҙәрендә ил үҫешенең төп этаптары сағылыш ала. 1930 й. РРРА күргәҙмәһендә А.Ғариповтың производство темаһына “Төтөнлө торбалар…” (“Дымящие трубы…”) П. проекты; 1932 й. “I биш йыллыҡ ҡаҙаныштары һәм II биш йыллыҡтың үҫеш перспективалары” (“Достижения в I пятилетке и перспективы II”) П. конкурсында И.Н. Самариндың “Мәҙәниәт” (“Культура"), М.Д.Усмановтың “Милли формалы һынлы сәнғәт өсөн” (“За национальное по форме изо искусство”), Б.М. Пискуновтың “Биш йыллыҡ” (“Пятилетка”) П., рәссам К.И.Герасимовтың И.В.Сталин П.‑портретының проекты ҡатнаша. Кулактарға, милек бурҙарына ҡаршы, атеистик пропаганда өсөн көрәшкә арналған агитация П. ижад итеү м‑н Н.А.Блинова, Р.Ф. һәм М.Д.Усмановтар шөғөлләнә. Реклама П. булып (афишалар, киноплакаттар) Пискуновтың эштәре тора. Был осорҙағы П. тамашасылар иғтибары удар эш һөҙөмтәләрен күрһәтеүгә йүнәлтелә: ундағы персонаждар бик һирәк кенә тамашасыға йөҙө м‑н һүрәтләнә, П. йоғонто көсө уның тексында була, һүрәт пластикала сағылған саҡырыу образын ғына иллюстрациялай. П. Башҡ. дәүләт нәшриәте (ҡара: “Китап”) сығара. Респ. баҫылған П. тексы башҡ. һәм урыҫ телдәрендә яҙыла. Шулай уҡ ике яҡлы П. эшләнә: бер яғында — текст, икенсеһендә һын төшөрөлә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Башхудожник” ширҡәте (ҡара: Ижади‑производство комбинаты) оҫтаханаһында Н.Н.Анисифорова, Б.Д. Ежов “ТАСС тәҙрәһе” (“Окна ТАСС”) сығара, М.Н.Хазановский үҙ эштәрен ижад итә. Шулай уҡ Өфө ҡала коммуналь хужалыҡ бүлеге эргәһендә лозунгылар һәм П. биҙәү б‑са оҫтахана эшләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа П. сәнәғәте әүҙем үҫешә башлай. 1947 й. БДХМ‑да “Совет сәйәси плакаты” (“Советский политический плакат”) күргәҙмәһе ойошторола, унда 1918 й. алып ижад ителгән эштәр күрһәтелә. 1951 й. Өфөлә РСФСР һәм БАССР ЮС‑ы һайлауҙарына арнап ойошторолған респ. П. конкурсы үткәрелә. Конкурста Р.У.Ишбулатов, Ежов эштәре билдәләп үтелә. 50‑се йй. аҙ. П. пластик теле яңыра, тематикаһы киңәйә. П. триптихтары һәм циклдары барлыҡҡа килә, уларҙа метафоралар һәм символдар киң ҡулланыла башлай. 1968 й. РСФСР Рәссамдар союзы производство комб‑ттарының ижади оҫтаханалары эргәһендә күргәҙмә агитация оҫтаханалары ойошторола, уларҙа рәссамдар ойошмаларҙың заказы б‑са киндер туҡымала майлы буяу м‑н төшөрөп, тиражға сығарылмаған П. ижад итә. 70‑се йй. А.А.Астраханцев, В.Я.Батищев, Г.В.Прокшин, С.А.Фадеев, А.А.Холопов ижадында төп урынды П. алып тора. П. темалары тарихи ваҡиғаларҙан сығып билдәләнә (Астраханцевтың “Бөтәгеҙ ҙә һайлауға!” — “Все на выборы!”, “Фашистик Германияны еңеүгә 30 йыл” — “30 лет Победы над фашисткой Германией” һәм “КПСС‑тың ХХV съезы ҡарарҙарын — тормошҡа” — “Решения XXV съезда КПСС — в жизнь”; Батищевтың “Чилиға азатлыҡ” — “Свободу Чили” П. серияһы). Батищевтың “Ағас ултырт” (“Посади дерево”) П., Холоповтың “Кеше+тәбиғәт” (“Человек+природа”) диптихы, В.С. Омич, Холоповтың йыһанды үҙләштерә башлауға бәйле ижад ителгән П. тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаһына арналған. Прокшиндың “БАМ төҙөүселәргә дан” (“Слава первопроходцам БАМа”), “Кешегә хеҙмәт итеүгә — йыһан” (“Космос на службу человечеству”), “Себер ҡыйыуҙарҙы көтә” (“Сибирь ждёт отважных”), “Юҡ!” (“Нет!”), “Себер байлығын — Тыуған илгә” (“Богатство Сибири — Родине”), “Уян, Гулливер” (“Проснись, Гулливер”) П. халыҡ‑ара һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә билдәләп үтелә. 90‑сы йй. башлап реклама П. киң таралыу ала (киноплакат, театр, цирк, концерт, күргәҙмә афишалары). Рәссамдар Р.М.Арыҫланов, Батищев, Н.И.Бәхтейәрова, Прокшин, Холопов ижадында реклама объектын аныҡ, темаһын бер һүҙҙән аңларлыҡ итеп күрһәтеүгә төп иғтибар бирелә. А.А. Штабель ижадында сатирик П. (көнкүреш, сәйәси) сағылыш таба. Башҡортостан рәссамдарының П. БДХМ һәм Китап палатаһы коллекцияларында һаҡлана.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: