Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАТОНОВ Анатолий Иванович

Просмотров: 771

ПЛАТОНОВ Анатолий Иванович (18.10.1930, Ковров ҡ. — 17.12.2001, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1990). Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Литва ССР‑ының Художество ин‑тын тамамлағандан һуң (Виль‑ нюс, 1955) 1984 й. тиклем Башҡ. ижади‑художество комб‑тында (Өфө) рәссам булып эшләй. Реалистик йүнәлеш вәкиле. Башлыса портрет һәм пейзаж жанрҙарында эшләй. “Башҡорт ҡыҙы” (1958), “Урал ҡыҙы” (1963) портреттары тәрән йөкмәткеле, хис‑тойғоло; “Кинйәбикә” (1959) әҫәрендә ҡыҙ образының хисле булыуы; Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм хеҙмәт геройҙары портреттары серияһы (1977—87) ҡаһарман һәм тыйнаҡ образдары м‑н иғтибарҙы йәлеп итә; образды кәүҙәләндергәндә П. йыш ҡына тәбиғәт мотивтарын файҙалана (“Тәҙрә алдындағы портрет”, 1968; “Ауыл урамы”, 1988). Күбеһенсә Уралға арналған пейзаж эштәре образдарҙың теүәл, лирик булыуы, композиция һәм төҫтәрҙең байлығы м‑н айырылып тора; йыш ҡына уларға көнкүреш, архитектур мотивтар индерелгән (“Уралдан иҫкән ел”, 1959; “Архитектур пейзаж”, 1987). Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1956 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1974, 1987, 1995, 1997), Бәләбәй (1997) ҡалалары. Эштәре БДХМ (Өфө), Октябрьский музейы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2020