Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЗДНОВ Виктор Андреевич

Просмотров: 855

ПОЗДНОВ Виктор Андреевич (21.10. 1929, Борисоглебск ҡ. — 11.10.2010, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1973). Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). Пенза художество уч‑щеһын тамамлаған (1951; педагогы А.П. Коровяков). 1952—92 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, бер үк ваҡытта 1981—2010 йй. “Таң” Респ. ¢´ ешмәкәр рәссамдар клубы (Өфө) етәксеһе. Реалистик йүнәлеш вәкиле. Башҡортостан тәбиғәтенә арналған пейзаждарына романтик ҡараш, күҙәтеүсәнлек (“Ҡайын һалдар”, 1957; “Салауат Юлаевтың тыуған илендә”, 1970), эпиклыҡ, панорама киңлеге (“Ирәмәл яҙ көнө”, 1981; “Еләҫ. 1953”, 2006) хас. Ватан тарихына (“В.И.Ленин һәм Н.К.Крупская Өфөлә. 1900 йыл”, “Башҡорт атлылары”; икеһе лә — 1969; “Еңеүселәрҙең ҡайтыуы”, 1975) һәм хеҙмәт (“Һауынсылар”, 1974; “Балыҡтың бай табышы”, 1977) темаларына арналған картиналар, портреттар (“Урман ҡырҡыусы портреты”, 1972; “Парламентёр подполковник В.Л.Гришин портреты”, 1982), натюрморттар (“Мимоза менән натюрморт”, 1980; “Виктория менән натюрморт”, 1992) авторы. 1953 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1958 й. алып), Өфө, Мәскәү, Паланга (Литва), Нью‑Джерси (АҠШ), Берлин ҡалаларында. Эштәре БДХМ, Эске эштәр министрлығы музейы, Стәрлетамаҡ музейы, Брянск художество музейы, Магнитогорск картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Тыуған ил буйлап” Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһе дипломанты (Мәскәү, 1981). П. исеме “Таң” клубына бирелгән.

Әҙәб.: Виктор Позднов. Живопись: каталог /авт.‑сост. В.Х.Мустафина. Уфа, 1997.

Е.В.Позднова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019