Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОНОСОВА-МОЛЛО Е.А. ЙОРТО

Просмотров: 1325

ПОНОСОВА‑МОЛЛО Е.А. ЙОРТО, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (К.Маркс урамы, 6). 1900 й. сауҙагәр С.С.Манаев заказы б‑са Петербург архитекторҙар йәмғиәте тарафынан эшләнгән проект б‑са (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, инженер‑архитектор К.А.Гуськов проекты б‑са) төҙөлгән. 20 б. башындағы усадьба архитектураһы өлгөһө (баҡса, фонтан, ярҙамсы биналары булған). 2 ҡатлы, силуэты һәм күләм‑киңлек ҡоролошо йәһәтенән үҙенсәлекле кирбес бина, архитектураһында эклектика (неоклассицизм, модерн һ.б. мотивтар ҡулланыу) һыҙаттары күҙәтелә. Төрлө үлсәмле архитектур күләмдәр бинаның эсен ирекле планлаштырыу шартынан килеп сыҡҡан. Был эске бүлмәләрҙең үҙ‑ара уңайлы һәм функциональ бәйләнешен, тышҡы яҡтан бинаның үҙенсәлекле күркәмлеген тәшкил иткән. Инеү урыны төп фасадҡа һәм йорттоң үҙәк өлөшөнә асимметриялы итеп урынлашҡан; болдор өсмөйөш фронтонлы һәм антаблементлы, 2 квадрат колонналы тәрән портик рәүешендә төҙөлгән, уға декоратив металл ҡойма терәтелгән. Рустланған, ҡатмарлы итеп һырланған кәрниздәр, семәр йөҙлөклө тәҙрәләр, һылап яһалған биҙәктәр, аркалы һәм тура мөйөшлө тәҙрәләр бинаға күркәмлек өҫтәй. Урынды уңышлы һайлау, масштабты һәм төҫтәрҙе яраштырыу һөҙөмтәһендә уратып алған мөхиткә тап килеп, ҡаланың хәҙ. картинаһын тултырып тора. 1980 йй. башында — реставрация (архитектор Р.Сәлимов проекты), 2008 й. реконструкция (В.Ҡәйүмов) үткәрелә, төкәтмә итеп зал төҙөлә (Р.И.Кирайдт). 1909 й. алып йорттоң хужаһы Е.А.Поносова‑Молло була, 1919 й. июнендә унда — егерме бишенсе уҡсылар дивизияһы штабы, һуңынан сит ил коммунистары клубы, 1921 й. башлап — Губерна фәнни китапханаһы (ҡара: Милли китапхана), 1930 йй. — Өфө революция музейы һәм Ҡарт большевиктар йәмғиәте, 1951 й. алып Ғалимдар йорто, РФА Өфө ФҮ һәм Фәндәр академияһы Президиумдары, 2007 й. башлап Этнологик тикшеренеүҙәр институты м‑н Археология һәм этнография музейы урынлашҡан.

Әҙәб.: Н и г м а т у л л и н а И.В. Старая Уфа: ист.‑краеведч. очерк. Уфа, 2004; С е м ё н о в а С.Ю. Как строилась и жила губернская Уфа (конец ХVI – начало ХХ вв.): очерки. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019