Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВА Любовь Никаноровна

Просмотров: 754

ПОПОВА Любовь Никаноровна (25.8. 1933, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Түб. Балҡан а.), сәнғәт белгесе, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (1977). А.И. Герцен ис. пед. ин‑тын (1955), И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын (1971; икеһе лә – Ленинград) тамамлаған. 1970 й. алып ӨДСИ‑лә, 1979—90 йй., 1996 й. башлап БДУ‑ла, 1998—2000 йй. БДАУ‑ҙа, 1990—96 йй., 2000—04 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың һынлы сәнғәтен (ҡара: Сәнғәт ғилеме), эстетика һәм этика мәсьәләләрен өйрәнеүгә бәйле. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм мәҡәлә, атап әйткәндә, М.Н.Арыҫланов, И.И.Ғаянов, Б.Ф.Домашников, Р.Ш.Заһиҙуллин, Г.М.Круглов, Ә.Ф.Лотфуллин ижады т‑да; методик әсбаптар, уҡыу программалары, ш. иҫ. “Башҡортостан һынлы сәнғәтенең тарихы. Һынлы сәнғәт. Һуғышҡа тиклемге осор” (“История изобразительного искусства Башкортостана. Живопись. Довоенный период”; 2000), “Башҡортостан скульптураһы” (“Скульптура Башкортостана”; 2007) эштәре авторы; урта мәктәптәрҙең 7—10 кластары өсөн “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”; 2002—2005) дәреслеге авторҙарының береһе.

Х е ҙ м.: Ахмат Лутфуллин: жизнь и творчество. Уфа, 2007.

М.О.Садиҡова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019