Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОРТРЕТ

Просмотров: 1209

ПОРТРЕТ (фр. рortrait), һынлы сәнғәт жанры; рәсем сәнғәтендә, графикала, скульптурала кеше һыны йәки кешеләр төркөмө һүрәте. П. кеше (модель) тышҡы оҡшашлыҡтан тыш, уның рухи донъяһын асҡан үҙенсәлекле һыҙаттар м‑н кәүҙәләндерелә. П. төрҙәре: яңғыҙ (билгә тиклем йәки бөтә кәүҙә м‑н), парлы, төркөмлө П., П.‑тип (билдәле бер соц. мөхит, милләт, синыф, дәүер вәкиленең типик образы), автопортрет (рәссамдың үҙенең һүрәте). Башҡортостанда П. 20 б. 20‑се йй. Ю.Ю.Блюменталь, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.П.Лежнев, В.С.Сыромятников ижадында барлыҡҡа килә. Лежневтың П. моделгә тышҡы оҡшашлыҡ биреү һәм уның характерын асыу бурыста‑ ры ҡуйылһа (“Фёкла портреты”, “Ҡатынымдың портреты”; икеһе лә – 1920), Сыромятниковтың эштәрендә кешенең тышҡы ҡиәфәтенең милли үҙенсәлектәре сағылдырыла (“Милли кейем кейгән башҡорт ҡыҙы”, 1928). Дәүләткилдеевтең башҡ. һынлы сәнғәтенең классикаһына әйләнгән акварелдәрендә (“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Айыуға һунар иткән башҡорт”; икеһе лә – 1928) милли тематика тәүге тапҡыр ижади аңлатма ала; ул дөйөмләштерелгән милли образдарҙы бар гүзәллегендә һынландырып, ауыл кешеһенең бер ҡатлы булыуына һәм ышанып барыуына эскерһеҙ һоҡланып, үҙ халҡының абруйлылығынабаҫым яһап, эштәренә юғары художество мәғәнә һәм хислелек өҫтәй. Рәссам тәүгеләрҙән булып майлы буяу техникаһындағы П. мөрәжәғәт итә (“БАССР‑ҙың халыҡ артисы Ғ.Минһажев портреты”, “Мәжит Ғафури портреты”; икеһе лә – 1937); уның П. колористик гаммаһы йыйнаҡ һәм теүәл, моделде уратып алған предметтар м‑н бәйләнештең булмауы иғтибарҙы кешенең рухи асылына йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө госпиталендә дауаланған яугирҙарҙың ҡәләм м‑н төшөрөлгән П. Дәүләткилдеев, фронта һуғышыусыларҙың П. Ғ.Ш.Имашева, Г.В.Огородов, А.Т.Платонов ижад итә. В.П. Андреев әҫәрҙәренең геройҙары — тылда эшләгән кешеләр: “Колхозсы Арыҫлан Сәфәрғәлин”, (1942), “Түбәтәй кейгән колхозсы портреты” (1943) һ.б. Һуғыштан һуңғы осорҙа Ғ.С.Мостафин төп П. төшөрөү оҫтаһы булып таныла (“Элемтәсе ҡыҙ порт‑ реты”, 1946). 20 б. 2‑се ярт. П. жанры киң үҫеш ала (Ә.С.Арыҫланов, Ф.А.Кащеев, Г.М.Круглов, А.А.Кузнецов, Р.Ф.Усманов). Башҡ. мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең П. серияһын Р.М.Нурмөхәмәтов ижад итә: “Яҙыусы Сәғит Агиш портреты” (1953), “СССР‑ҙың халыҡ артисы З.Насретдинова портреты” (1955). 60—70‑се йй. П. уның ижа‑ дында төп жанрҙарҙың береһе булып тора: “Бульдозерсы Ризуан Гәрәев” (1961), “Ҡарт һарыҡ көтөүсеһе” (1962), “Һауынсы Рыҫҡолова” (1963), “РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы В.А.Ғиззәтуллин портреты” (1967), “РСФСР‑ың халыҡ артисы Г.Сөләймәнова һәм РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы Ф.Саттаров портреты” (1969) һ.б. Рәссамдың оптимизм м‑н һуғарылған сағыу колоритлы ижадында П. йыш ҡына П.‑типҡа әүерелә, ә ҡайһы берҙә сюжетлы картинаға яҡыная: “Самауыр артында” (1962), М.В.Нестеровҡа арналған “Тағы ла тыуған илдә” (1981) эштәре. П. араһында тасуири, аныҡ психологик характерҙағы Арыҫлановтың “Шағир Т.Арыҫлан” (1973) П., Ә.Ф.Лотфуллиндың “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим портреты” (1978) һәм “Ә.Х.Ситдиҡова портреты” (1979) бар. Был эштәр башҡ. мәҙәниәте данын күтәргән ижади шәхестәрҙең образын тамашасыға еткерә. Лотфуллиндың П. йыш ҡына драматик төҫ ала (“Тәҙрә төбөндәге ҡарсыҡ”, 1978). Ауыл кешеләренеңобразы ауылдаштарының П. серияһында (60—80‑се йй.), тарихи шәхестәр образы “Зәки Вәлиди портреты” (1996), ижади кешеләр образы “Композитор Х.Әхмәтов портреты” (1977), “Шағир Хәсән Туфан портреты” (1995) эштәрендә асыла. Е.О.Клеймёновтың (“Катя портреты”, 1990), Р.М.Абдуллиндың (“Улымдың портреты”, 1980; “Улым”, 1993), И.И.Ғаяновтың (“Ҡыҙ кеше портреты”, “Ләйлә”; икеһе лә – 1989), М.И.Дәүләтбаевтың (“Ҡатын кеше портреты”, 1985; “Фая портреты”, 1990) эштәрендә шәхесте төрлө яҡлап өйрәнеүгә ынтылыш, һынлы сәнғәт теленең тағы ла сағыуыраҡ тасуирлау сараларын эҙләү күренә; И.Ғ.Бикбулатовтың (“РСФСР‑ҙың халыҡ артисы Н.Ирсаева портреты”, 1984; “Таңсулпан Бабичева портреты”, 1987), Р.С.Хәбировтың (“Б.Домашников портреты”, “З.Бикбулатова портреты”, “З.Насретдинова портреты”; бөтәһе лә – 1989; “Һунарсы”, “Лилиә”; икеһе лә – 2007) акад. картиналары һүрәтләү саралары б‑са айырылып тора; 2000 йй. башында Р.Ә.Шәрифуллин тарафынан төшөрөлгән рәссамдар Б.Ф.Домашников, Е.А.Винокуров, В.М.Ханнановтың һәм скульптор Ф.С.Нуриәхмәтовтың П., У.Ғ.Мөхәмәтшиндың эштәрендә (“Ҡ.С.Дәүләткилдеев портреты”, 1981 һәм “Мифтахетдин Аҡмулла”), Г.Ғ.Калитовтың күп фигуралы «“Уңыш” колхозы һауынсылары» композицияларында (икеһе лә – 1988), “Йондоҙлоҡ” башҡ. театр сәнғәтенең күренекле эшмәкәрҙәре төркөмө П. (2002, Р.С.Зәйнетдинов м‑н берлектә) тасуири, психологик яҡтан дөрөҫ, уларҙа графика алымдары ҡулланыла. Башҡ. рәссамдары В.Я.Батищев, А.Д.Бурзянцев, Е.А.Захарова, Ф.Р. Йәрғәлиев, Кащеев, Клеймёнов, Ә.Ш.Ҡашаев, Лежнев, С.В.Маджар, Л.Б.Әбүзәров һ.б., керамист В.Г.Кузнецова һәм скульпторҙар Н.А.Калинушкин, В.Г.Лобановтың автопортреттары П. жанрында ҙур урын алып тора. Замандаштар образдары баҫма графикала сағыу кәүҙәләнеш таба: Б.Я. Палеханың “Һауынсы Харасова” (1962), “Йәш колхозсы ҡыҙ” (1963), “Бөрйән уҡытыусыһы”, “Яҙыусы Ә.Һ. Бикчәнтәев” (икеһе лә – 1970; бөтәһе лә – монотипия), “Рәссам Б.Ф.Домашников” (1974; офорт), Э.М.Сәйетовтың “Социалистик Хеҙмәт Геройы Р.Яхин” (1984; офорт). А.Г.Королевскийҙың байтаҡ гравюралары тарихи шәхестәргә арналған: “Иван Якутов” (1977), “С.Т.Аксаков” (1992), “Кинйә” (1997).

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019