Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОТОПОПОВ Николай Андрианович

Просмотров: 1055

ПРОТОПОПОВ Николай Андрианович (1876, Бөрө ҡ. — 1960, Ленинград), рәссам. Ҡазан художество мәктәбен (1903), Петербург художество акад. (1912; педагогтары Н.Н.Дубовский, П.П.Чистяков) тамамлаған. 1919 й. художество оҫтаханаһы етәксеһе, бер үк ваҡытта 1922 й. тиклем Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлегенең Музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау бүлексәһендә эшләгән. 1922 й. алып Ленинградта йәшәгән һәм эшләгән. Башҡортостанда һынлы сәнғәт белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Һынлы сәнғәт). Төрлө жанрҙағы рәсемдәр һәм графика эштәре авторы: “Эңер” (1900), “Ҡыш”, “Е.В. Уводская портреты” (икеһе лә — 1910 йй.), “Монах ҡатын‑ҡыҙ портреты” (1915). “Псков йылғаһында кис”, “Волгалағы ятыу” (икеһе лә — 1913) һ.б. әҫәрҙәрендә — лирик пейзаждар, “Покров сиркәүе”, “Успение монастыры манараһы” (икеһе лә — 1920 йй.) эштәрендә — Өфөнөң боронғо ҡаралтылары, “Янғын” (1942) картинаһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Ленинград сағылдырылған. 1930—40 йй. акад. Б.Д.Греков, И.П.Павлов, А.А. Ухтомский, А.Е. Фаворский һ.б. портреттарын төшөрә. А.И.Куинджи ис. йәмғиәт (1910 йй. башынан, тип фаразлана) ағзаһы. Бөрөлә Урындағы край музейын (1926; хәҙ. Бөрө тарих музейы) ойоштороусыларҙың береһе. 1903 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Милли музей, Рус музейы (С.‑Петербург) коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019