Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУСТАРНАКОВ Владимир Павлович

Просмотров: 935

ПУСТАРНАКОВ Владимир Павлович [7.11.1924, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Дедов а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 19.7.2000, Өфө], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү урта художество мәктәбе эргәһендәге курстарҙы тамамлаған (1947; педагогтары М.В.Добросердов, А.О.Барщ). П. ижадының төп темаһы — Бөйөк Ватан һуғышы. Картиналары драматизм, һыҙланыу, ғазапланыу аша килгән хәҡиҡәт м‑н һуғарылған, бер үк ваҡытта совет кешеләренең идеяға тоғролоғо, тормошто яратыу тойғолары сағылдырылған (“Пулёмет ротаһы”, 1974; “Фронт янындағы эвакогоспиталь”, 1985; “1945 йылдың яҙы”, 1989; “1942 йыл” триптихы, 1991). Пейзаждарында авторҙың донъяға, кеше һәм тәбиғәт гармонияһына ҡарашы кәүҙәләндерелгән, улар ентекле һүрәт, саф һәм яҡты буяуҙарҙың ярашыуы м‑н айырылып тора (“Ағиҙел үҙәне”, 1962; “Көтөүлек”, 1967; “Төш ваҡыты”, 1979; “Һыубаҫар туғай”, 1995). Натюрморттарына форма һәм төҫтәр эстетикаһы хас (“Сәй өҫтәле”, 1978). Дантеның “Илаһи комедия” (“Божественная комедия”) әҫәре темаһына төшөрөлгән график серия авторы (1990 йй.). Монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләгән. 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1989, 1992, 2004). Эштәре БДХМ, Екатеринбург һынлы сәнғәт музейы, Красноярск металлургия з‑ды музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1993). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Владимир Пустарнаков. Живопись. Графика: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2004.

В.М Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019