ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна
ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна (17.5.1974, Бөрө ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). А.А.Петишевтың ҡыҙы. Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1996) шунда уҡ эшләй: 2008 й. алып уҡытыу‑методик эштәр б‑са проректор, 2012 й. — урыҫ филол. каф. мөдире, 2014 й. башлап филол. һәм мәҙәниәт‑ара коммуникациялар ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге 20 б. урыҫ соц.‑фәлс. прозаһына, Л.М.Леонов һ.б. ижадына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт респ. йәштәр пр. лауреаты (2008).
Х е ҙ м.: Романы Л.М.Леонова 1920—1990‑х годов: эволюция, поэтика, структура жанра. М., 2006; Л.М.Леонов: искусство романа. М., 2008; Романное творчество Л.М.Леонова и русская романная проза XX века. М., 2010.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов