Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОВЕСТЬ

Просмотров: 1102

ПОВЕСТЬ, хикәйә м‑н роман араһындағы уртаса эпик жанр; төп персонаждың билдәле йәшәү дәүерен һүрәтләгән эпизодтар, бер йәки ике герой тирәләй ваҡиғаларҙы туплаған, бер нисә сюжет һыҙығы ҡулланылған проза әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтендә П. көнсығыш жанрҙары — ҡисса һәм дастан традицияларында үҫешә. Тәү‑ ге П. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында күренә башлай: Р.Ф.Фәхретдиновтың “Сәлимә” (1899) һәм “Әсмә” (1903), З.Һаҙыйҙың “Йыһанша хәҙрәт” (1908), М.Ғафуриҙың “Ярлылар, йәки Өйҙәш ҡатын” (1909), З.Өммәтиҙең “Аталарға — ғибрәт, йәштәргә — дәрес” (1910), Һ.Сәғҙиҙең “Бә‑ хетһеҙҙәр” (1911) һ.б. Жанрҙың ар‑ табанғы үҫеше Б.Бикбай, Ғ.Д.Дәүләтшин, Һ.Л.Дәүләтшина, А.Карнай, И.Насыри, А.М.Таһиров һ.б. исемдәренә бәйле. 20 б. 2‑се ярт. жанр популяр булып китә, соц.‑көнкүреш һәм соц.‑әхлаҡи (М.Кәримдең “Яр‑ лыҡау”, 1986, урыҫса тәржемәһе, 1987; З.А.Биишеваның “Уйҙар, уйҙар...” 1963; Б.З.Рафиҡовтың “Үр елдәре”, 1984; Н.С.Мусиндың “Төпкөлдән төшкән килен”, 1981; Ә.М.Әминевтың “Ҡытайгород”, 2003 һ.б.), документаль һәм тарихи‑биографик (Аҫылғужаның “Ниндәй көн был...” 1992; Т.Й.Ғиниәтуллиндың “Тау артында ниҙәр бар?”, 1997; Ғ.Б.Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы”, 1986, урыҫса тәржемәһе, 1993; М.Х.Иҙелбаевтың “Декабрь йондоҙҙары”, 2001 һ.б.), мажаралы (Ә.Һ.Бикчәнтәевтың “Нисә йәш һиңә, комиссар?”, 1965, урыҫса тәржемәһе, 1966; Д.М.Бүләковтың “Упҡын ситендә бейеү”, 1981, урыҫса тәржемәһе, 1985; Г.М.Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны”, 2003 һ.б.) һәм фәнни‑фантастик (Рафиҡовтың “Лоулла”, 1981 һәм “Йыһан азаматтары”, 1987; Н.Ғәйетбайҙың “Ҡара ҡумта”, 1990 һәм “Ҡапҡан”, 1993; Ф.Ә.Исхаҡованың “Таң алдынан ҡайтырмын", 1996 һ.б.), лирик‑романтик (Р.Н.Байымовтың “Һуңлап килгән моң”, 1980, урыҫса тәржемәһе, 1988; Бүләковтың “Ҡыңғырау сәскә”, 1979; Я.Н.Вәлиевтең “Көслө ҡошсоҡ һин, сыйырсыҡ”, 1973; Ә.Хәкимдең “Йәйғор”, 1975 һ.б.) П. үҫешә. Хәҙ. П. хикәйәләү эпиклығы, геройҙың ижт. эшмәкәрлеген һәм уның эске, интим донъяһын бергә бәйләүсе соц.‑психологик анализ, сюжеттың көсөргәнешле үҫеше хас.

Әҙәб.: Р а м а з а н о в Ғ.З. Башҡорт повесе //Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар проблемаһы. Өфө, 1973; Ә х м ә т й ә н о в К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 1985; И с к у ж и н а Н.Д. Эволюция жанровых форм башкирской повести. Уфа, 2007.

Н.Д.Исҡужина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: