Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЭМА

Просмотров: 1227

ПОЭМА (гр. póiema), поэтик жанр, ҙур күләмле шиғри әҫәр. Лирик һәм эпик башланғыстарҙың органик синтезы жанр поэтикаһының төп үҙенсәлеге булып тора. Тематикаһы б‑са – тарихи, тарихи‑революцион, проблематикаһы б‑са – фәлс., соц.‑тарихи, сюжет тибы б‑са — ассоциатив, хикәйәләү, төр билдәләре б‑са лирик, лиро‑эпик, драматик П. айырып йөрөтөлә. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше 20 б. башына ҡарай һәм Ш.Бабич, М.Ғафури, Д.Юлтый исемдәренә бәйле. 30‑сы йй. П. эпиклыҡ хас: Б.Бикбайҙың “Ер” (1936), Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (1939). Ғ.Сәләмдең “Шоңҡар” (1936), “Бала” (1939) П. жанрҙы яңы эстетик кимәлгә күтәрә, улар композицион төҙөклөк, поэтик инструментарий камиллығы, образдарҙы һүрәтләүҙә психологизм м‑н характерлана. Б.В. һуғышы осоро П. фольклор поэтикаһы, героик йөкмәтке хас: Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” (1942), М.Кәримдең “Үлмәҫбай” (1944) әҫәрҙәре. 60—80‑се йй. кешенең эске донъяһына иғтибар итеү лириклыҡтың көсәйеүенә килтерә: Н.Нәжмиҙең “Ҡапҡалар” (1960), М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” (1970), М.Ғәлиҙең “Ҡояш еле” (1968), Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Замандашым” (1961) һ.б. Кешенең халыҡ, заман м‑н бәйләнешенә нигеҙләнгән күңел түрендәге уйланыуҙары П. фәлс. тәрәнлегенә һәм соц. йөкмәткеһенә килтерә. Былар бөтәһе лә шәхси башланғысты, ассоциативлыҡты, символиканы беренсе планға сығара. Хәҙ. башҡ. П. — ваҡыт йөкмәткеһенә һәм талаптарына тура килгән һығылмалы, үҙгәреүсән эстетик структура. Р.Т.Бикбаевтың “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” (1988), Т.Ғәниеваның “Ҡыпсаҡтар” (1994), “Арҡайым” (1997), Ф.Һ.Туғыҙбаеваның “Ҡаңным – Һомайғоштоң ҡәлғәһе” (1997), Р.Түләктең “Ҡашмау” (1992), “Яныу” (2002), Т.Й.Йосоповтың “Улымды эҙләп барам” (1996) һ.б. П. тарих м‑н хәҙ. заман араһында теүәл сиктәрҙең булмауы берҙәм композицияның формалашыуына килтерә. 20 б. аҙ. — 21 б. башы П. фәлс. һәм аналитик башланғыстарҙың көсәйеүе билдәләнә.

Әҙәб.: Б и к б а е в Р.Т. Замандың шиғри йылъяҙмаһы. Өфө, 1980; К и р ә е в а Л.Р. Хәҙерге башҡорт поэмаһы: жанр структураһы мәсьәләләре. Өфө, 2006; Х у с а и н о в Г.Б. Башкирская советская поэзия. 1917–1980. М., 1983.

Л.Р.Кирәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: