Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОЗА

Просмотров: 1445

ПРОЗА, б а ш ҡ о р т п р о з а һ ы. Башҡ. фольклоры, боронғо төрки әҙәбиәт һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәте (С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, Хәрәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл‑фәрадис” һ.б.) нигеҙендә үҫешкән. 18 б. аҙ. — 19 б. башы П. дидактик трактаттар, хәтирәләр һәм васыятнамәләр, мөрәжәғәттәр, сәйәхәтнамәләр, шәжәрәләр, тәуарихтар, ш. уҡ дастан, ҡисса, хикәйәт жанрҙарындағы тәржемә әҫәрҙәрҙән (“Хужа Насретдин көләмәстәре”, “Кәлилә менән Димнә”, “Ҡырҡ вәзир” һ.б.) тора. 19 б. 2‑се ярт. П. ҙур эволюция үтә, бында мәғрифәтселек ҙур роль уйнай. Мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең прогрессив эшмәкәрҙәре ысынбарлыҡты киңерәк алыу, соц.‑көнкүреш һәм әхлаҡи проблемаларҙы яҡтыртыу маҡсатында П. мөрәжәғәт иткән (М.М.Биксурин, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б.). 20 б. башында бәләкәй проза жанрҙары — хикәйә, нәҫер үҫеш ала (М.Ғафури, Ә.С.Иҫәнбирҙин, Ә.Й.Таңғатаров, З.Һаҙый әҫәрҙәре). Октябрь революцияһы осоронда публицистик жанрҙар: фельетон, памфлет, сатирик һүрәтләмә өҫтөнлөк итә. 20‑се йй. хикәйә м‑н нәҫер әүҙем жанрҙар булып ҡала, повесть интенсив үҫешә (М.Ғафури, И.Насыри, А.М.Таһиров һ.б. ижады), уларҙа революцияның тәүге көндәре, яңы йәмғиәт һәм яңы кешенең эшмәкәрлеге күрһәтелә. 20‑се йй. 2‑се ярт. тәүге башҡ. романы яҙыла (“Боролош”, 1928, 1967 й. баҫыла; урыҫса тәржемәһе “Поворот”, 1976, Ғ.Хәйри). Жанрҙың артабанғы үҫеше Таһиров, Д.Юлтый, И.Насыри исемдәренә бәйле. 30‑сы йй. дидактизмдан баш тартыу, объектив хикәйәләү мөмкинселеген алыу П. художестволы ҡаҙанышы булып тора. Драматик башланғыстың көсәйеүе ысынбарлыҡты тәрәнерәк һәм нигеҙлерәк итеп һүрәтләүгә мөмкинлек бирә (Һ.Л.Дәүләтшина, А.Карнай, И.Насыри, Ғ.Хәйри һ.б. әҫәрҙәре). Һуғыш йылдары П. документаллеге һәм публицистик үткерлеге м‑н айырылып тора. Респ. гәзиттәрендә А.Карнай, Х.Кәрим, С.Ҡудаш, Ш.Ғ.Насиров һ.б. яҙыусылар әүҙем сығыш яһай. Очерк төп жанр булып китә (С.Агиш, Х.Кәрим, К.Мәргән һ.б. ижады). Был осор П. совет кешеләренең тылдағы героик хеҙмәте (С.Агиш, Ғ.Ғүмәр, С.Ҡудаш) һәм фронттағы һалдаттарҙың батырлығы, патриотизмы (И.Ә.Абдуллин, Ә.Һ.Бикчәнтәев, А.Карнай, Х.Кәрим) яҡтыртыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа башҡ. яҙыусылары яңы заман геройҙары т‑дағы әҫәрҙәр ижад итә (Ғ.Ғ.Байбурин, И.Ғ.Ғиззәтуллин, Н.С.Мусин, З.Ф. Хисмәтуллин, Ф.А.Әсәнов, Ш.М.Янбаев һ.б.). 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында П. лиризм көсәйә (З.А.Биишева, Ф.Ә.Иҫәнғолов, С.Кулибай һ.б. ижадында урын алған). 60‑сы йй. яҙыусылар повесть жанрында ҙур уңыштарға өлгәшә (Б.Бикбай, Ғ.Ғүмәр, Д.Исламов, Р.Ғ.Низамов һ.б.). П. идея‑художество йөкмәткеһе киңәйә, замандашты төрлө яҡлап һүрәтләгән әҫәрҙәр барлыҡҡа килә. Яңы темаларҙы үҙләштереү, тормоштоң яңы конфликтлы күренештәрен анализлау П. драматизмын арттыра, был геройҙың характерын асыуҙа яңы юлдар эҙләргә һәм табырға мөмкинлек бирә (Ә.Вәли, Х.Ғиләжев, Д.Исламов һ.б. романдары). Хикәйәт жанры тергеҙелә (“Мөхәббәт һәм нәфрәт”, 1964 — урыҫса тәржемәһе “Любовь и ненависть”, 1988; “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”, 1965, Биишева). 70—80‑се йй. тарихи П. үҫешә (Ғәли Ғ.Ибраһимов, Мусин, К.Мәргән, Б.З.Рафиҡов, Я.Х.Хамматов, Ғ.А.Хисамов, Ә.Хәким һ.б.). 80—90‑сы йй. П. догматик йүнәлештәрҙән, идеологик клишенан арына башлай; унда трагизм, кризис, кеше күңелендә гармония булмау тойғоһо көсәйә (Р.Н.Байымов, Д.М.Бүләков, Т.Х.Ғарипова, Мусин, Р.Ғ.Солтангәрәев, С.Н.Шәрипов, Ә.М.Әминев һ.б. романдары һәм повестары). 90‑сы йй. аҙ. — 2000 йй. башы П. реаль ысынбарлыҡты объектив сағылдырыуға, тормоштоң үткер конфликттарын анализлауға ынтыла. Ҡатын‑ҡыҙ П. айырым урын алып тора, Ф.Ф.Аҡбулатова, Ғарипова, Г.М.Ғиззәтуллина, Ф.Ә.Исхаҡова, Г.М.Яҡупова һ.б. әҫәрҙәренә лирик башланғыс, эротизм, детектив, модернизм һәм постмодернизм элементтары хас. П. теорияһына Р.Ҡ.Әмировтың “Заман йылъяҙмаһы” (“Летопись современности”, 1985), Байымовтың “Өлгөргәнлеккә аҙым” (“Шаг в зрелость”, 1975), “Эҙләнеүҙәргә сик юҡ” (“Поискам нет конца”, 1980), Ә.Х.Вахитовтың “Офоҡтар киңәйгәндә” (1979) һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: В а х и т о в А.Х. Жанр и стиль в башкирской прозе. Уфа, 1982; Б а и м о в Р.Н. Судьба жанра. Уфа, 1984.

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: