ПРОКШИН Валериан Георгиевич
ПРОКШИН Валериан Георгиевич (17.1.1911, Вологда губ. Пополутково а. — 10.3.2000, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1982), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н): 1941 й. тиклем киске ин‑т дир. ярҙамсыһы, 1950 й. алып урыҫ әҙәбиәте каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1952—55 йй. урыҫ теле һәм әҙәбиәте ф‑ты деканы; 1957—95 йй. БДУ‑ла эшләй: урыҫ әҙәбиәте каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1973—76 йй. филол. ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге Н.А.Некрасов ижадына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ “Хәтер төпкөлөнә сәйәхәт” (“Путешествие в глубь памяти”; 1995) до‑ кументаль‑автобиографик повесы авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.
Ә ҫ ә р ҙ.: Поэма Н.А.Некрасова “Кому на Руси жить хорошо”. М., 1986; “Где же ты, тайна довольства народного?...” М., 1990.
С.А.Салова
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов