ПОПОВ Максим Викторович
ПОПОВ Максим Викторович (30.5. 1977, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1999). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С.Саяпов, В.Д. Чистонов). Европа (1996) һәм Рәсәй (1996, 1998) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (1997), Рәсәй чемпионаттарының (1995, 1997) һәм БДБ Универсиадаһының (1994) көмөш призёры, Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1999); кикбоксинг б‑са үҫмер спортсылар араһында БДБ чемпионатының көмөш призёры (1995). Сават б‑са Рәсәй чемп. (1993). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—99).
Тәрж. М.Н.Моратшина