Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВ Николай Алексеевич

Просмотров: 1028

ПОПОВ Николай Алексеевич (2.11. 1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чесноковка а. — 7.2.2011, Өфө), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1963). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1992). 1964 й. алып Башҡ‑н өлкә советының “Буревестник” ДСО‑һы тренеры, 1971 й. — өлкән тренеры, 1987 й. — Башҡ‑н өлкә советы профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең, 1993 й. – Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ‑ының өлкән тренер‑уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Н.Попов, К.Н. Фомичёв, ш. уҡ СССР‑ҙың һәм Рәсәйҙең 30 спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019