Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОПОВА Надежда Александровна

Просмотров: 1304

ПОПОВА Надежда Александровна (26.9.1944, Өфө), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1987). 1968 й. алып “Буревестник” ДСО‑һының Физик культура йорто инструкторы, 1969 й. — ишеү б‑са Башҡ‑н өлкә советының “Буревестник” ДСО‑һы тренеры, 1987 й. — Башҡ‑н өлкә советы профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте ДЮСШ‑ының тренер‑уҡытыусыһы, 1989 й. — өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1993 й. — байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ‑ының өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1998 й. башлап дир., 2009 й. алып тренер‑уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Н.Попов, К.Н.Фомичёв, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019