ПРОКАЕВ Владимир Николаевич
ПРОКАЕВ Владимир Николаевич (10.2.1957, Өфө ҡ.), тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), фехтование буйынса халыҡ‑ара (1997) һәм бөтә Рәсәй (2017) категориялы судья, СССР‑ҙың спорт мастеры (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). “Зенит” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Саблин). 1979 й. алып “Юлдаш” физик культура йортоноң, 1990 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең тренер‑уҡытыусыһы, 1993 й. — 19‑сы ДЮСШ‑ның өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1997 й. — директоры, 2009 й. — БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгенең (бөтәһе лә — Өфө ҡ.) директор урынбаҫары. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Нәсибуллин, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастерҙары А.С.Иванов һәм Д.В.Петров, шулай уҡ СССР һәм Рәсәйҙең 16 спорт мастеры.
Тәрж. М.Н.Моратшина